Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Һәҙиә Байгилдина тормош иптәше Илфир менән дүрт бала - өс малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Һәҙиә Нәғим ҡыҙы Әбеш ауылына йөрөп, "Йәйғор" балалар баҡсаһында эшләй. Хәстәрләкле әсә, уңған ҡатын бейергә, тегергә, сигергә, һүрәт төшөрөргә оҫта. Тормошто, матурлыҡты, гөл-сәскәләр ярата. Үҙе лә сәскә кеүек һәр бер тыуған көнгә йылмайып баға.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көҙҙөң һуңғы айында донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙең байрамы - Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите “Супер әсәй” конкурсын иғлан итә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Хәйбулла районында йәшәгән һәм балалары булған гүзәл заттарҙың 14 ноябргә тиклем jpeg форматындағы фотоһүрәтен һәм үҙе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте гәзиттең “Бәйләнештә” төркөмөнә https://vk.com/club154583724 ебәрергә кәрәк.
15 ноябрҙән 21 ноябргә тиклем “Бәйләнештә” төркөмөнөң махсус ҡушымтаһы https://vk.com/app7198399_-1545837247 аша тауыш биреү ярҙамында конкурс еңеүсеһе билдәләнәсәк.