Әгәр пландарығыҙ үҙгәреп, эш биреүсегеҙ отпускығыҙҙы күсереүгә риза булһа, һеҙ ялығыҙҙы күсерә алаһығыҙ.
Йыл һайын бирелгән түләүле отпускыға графиктан тыш китер өсөн:
- үҙгәрештәр тураһында эш биреүсе менән һөйләшеп килешергә;
- яңы отпуск көндәрен ҡуйып, ғариза яҙырға кәрәк.
Бынан һуң яңыртылған даталар отпускылар графигына индерелә.
Эш биреүсе түбәндәге осраҡтарҙа, хеҙмәткәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, уның отпускыһын оҙайтырға йәки күсерергә тейеш:
әгәр хеҙмәткәр ял ваҡытында больничныйға эләкһә;
әгәр етештереү ихтыяжына йәки дәүләт йөкләмәләрен үтәүгә бәйле график буйынса отпускыға китә алмағанда;
▫ әгәр хеҙмәткәргә отпуск тураһында ял башланғанға тиклем кәмендә 2 аҙна алдан хәбәр итмәһәләр йәки отпуск аҡсаһы ваҡытында түләнмәһә;
▫ әгәр локаль норматив актта (мәҫәлән, эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләрендә йәки отпускылар тураһындағы положениела) хеҙмәткәрҙең башланғысы менән йыллыҡ отпускыны мотлаҡ күсереү осрағы ҡаралған булһа.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-9 °С
Болотло