Ауылда ҡышҡа әҙерлектәр бара.
Ҡар яумаҫ борон тип, йәй көслө дауыл ваҡытында Сик йылғаһына арҡыры ҡолап, һыу юлын быуып ятҡан тирәктәрҙән таҙартыу буйынса өмәгә сыҡты ауыл халҡы.Ҡолас етмәҫлек тирәктәрҙе бысып, трактор менән һөйрәтеп сығарып өйөп ҡуйҙылар. Ҡатын-ҡыҙҙар ваҡ ботаҡтарҙы өйөү эшен башҡарҙылар. Һәр ваҡыттағыса Әбеш ауыл биләмәһенең тракторы ҙур ярҙам күрһәтте, ҙур рәхмәт.