Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2024, 11:22

Ылаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылды

 Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан  Иҫәнгилде ауылында Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ  райондары командалары ҡатнашлығында «Ылаҡ» уйыны буйынса турнир ойошторолдо.

Ылаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылдыЫлаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылды
Ылаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылды

 Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Иҫәнгилде ауылында «Ылаҡ» уйыны буйынса турнир үткәрелде. Уны башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеүсе фермер Нур Күсәрбаев ойошторҙо. Иптәштәрсә уйындарҙа Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ  райондары командалары ҡатнашты.

 Уйындың маҡсаты:   ат өҫтөндә сабып барған килеш "кәзә түшкәһен" (ылаҡты) эләктереп алып, тартып алырға тырышҡан башҡа ярышыусыларға бирмәйенсә, билдәләнгән урынға алып барып еткереп, ҙур ҡаҙанға ырғытырға кәрәк.  

Сәмле уйындар һөҙөмтәһендә Әбйәлил районы командаһы 1-се урын, хәйбуллалар - 2-се урын, ә Баймаҡ ылаҡсылары 3-сө урын яулайҙар. Иң яҡшы уйынсылар тип Мансур Вәлиев, Тимур Ҡәйепов, Фәннүр Ыласынов, Зәбир Әлибаев танылды.

Ылаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылды
Ылаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылды
Ылаҡсылар иптәштәрсә уйынға йыйылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас