Район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Сәнғәт төнө” акцияһы үтте. Был төндә музей сәнғәт һөйөүселәр өсөн үҙ ишектәрен асты. Акция барышында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, викториналар уҙғарылды.