"Шатлыҡ" балалар баҡсаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған "Берҙәмлек - мәңге һаҡлар хазина" байрам сараһы үтте. Байрамдың маҡсаты - балаларға дуҫлыҡ менән көслө булыуыбыҙҙы аңлатыу, башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеү; Тыуған илебеҙ - Башҡортостаныбыҙға һәм ҙур Ватаныбыҙ - бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү; берҙәмлекте һаҡлау һәм данлау.
Сарала уртансылар, өлкәндәр,мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡатнашты. Байрамға Батыр һәм Башҡорт һылыуы килеп, балаларҙың белемдәрен һынанылар, бергә күңел астылар. Башҡортостаныбыҙҙа ниндәй халыҡтарҙың дуҫ, татыу йәшәүҙәре тураһында белделәр, гимн тыңланылар, символдарын иҫкә төшөрҙөләр.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмдәренең "Беҙҙең ил" йыры байрамдың төп биҙәге булды. Музыка, физик тәрбиә етәкселәре төрлө хәрәкәтле уйындар үткәрҙеләр. Байрам "Ҡурай" көйөнә бергәләп бейеү, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Барыбыҙҙа ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Илебеҙгә тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ. Берҙәм булып ҡалайыҡ!