Хәйбулла районы мәғарифы тарихында яҡты эҙен ҡалдырған олуғ шәхес, данлыҡлы Вәхитовтар педагогия династияһы вәкиле Хөрмәт Исмәғил улы Вәхитовтың тыуыуына 100 йыллығын билдәләү айҡанлы район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте.
Абруйлы педагогтың тормош һәм хеҙмәт юлы, наградалары һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында махсус фотокүргәҙмәлә танышырға мөмкин ине. Хөрмәт Исмәғил улының ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, коллегалары, уҡыусылары үҙҙәренең яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ сара барышында Хөрмәт Вәхитовтың исемен мәңгеләштереү өсөн 1-се Аҡъяр урта мәктәбенә уның исемен биреү тәҡдиме яңғыраны.
Тантана сиктәрендә Хөрмәт Исмәғил улы Вәхитовтың 100 йыллығына арналған ғәмәли конференцияла ҡатнашҡан уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәре, сараны ойоштороусылар тәбрикләнде. Тикшеренеү эштәре конкурсының абсолют еңеүсеһе тип 1-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Баҡтыбаева (етәксеһе - Кәбирә Таулыҡаева) танылды, уға исемле стипендия тапшырылды.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 45-се һанында уҡығыҙ.