Ер йөҙөндә беҙҙең өсөн һин берәү генә, бәхетле һау тормошта ғына йәшә әсәкәйем!!! Балалар нисә йәштә булһа ла, үҙҙәре атай-әсәй булһа ла, әсәй өсөн улар һәр саҡ бала булып ҡала. Беҙҙең әсәйебеҙ биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе, барыбыҙҙы ла юғары белемле кешеләр итеп оло юлға оҙаттылар. Әсәйебеҙ ейәндәргә лә бай, аллаға шөкөр, 8 ейәне, 3 ейәнсәре үҫеп киләләр. Ҡәҙерлебеҙ аш-һыу оҫтаһы ул. Әсәйемдең тәмле аштарын әле лә һағынып,йүгереп ҡайтабыҙ. Матурлыҡты яратҡан әсәйемдең ишек алды, тәҙрә төптәре сәскәгә күмелеп ултыра. Оло йәштә тимәй, әле лә ҡошон, һарыҡ, һауын казәһен үрсетә.
Донъяла һинән дә изгерәк, тоғрораҡ зат юҡ икәнен аңлайбыҙ. Беҙ бәхетлебеҙ, һин булғанға!!! Рәхмәт һиңә, Әсәй, - ти ҡыҙы Рәфиә.