Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь , 08:10

«Яңынан йүгерергә өйрәндем»

Илгиз Асҡаров үҙенең яу тарихын һөйләне

«Яңынан йүгерергә өйрәндем»
«Яңынан йүгерергә өйрәндем»

Баймаҡ районының Һәмән ауылынан Илгиз Асҡаров ил һағына 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация ваҡытында саҡырыла.

 2023 йылдың авгусында Кременной өсөн алыштарҙа яугир «лепесток» минаһына баҫып ҡаты яралана — аяғын юғалта. Луганск һәм Санкт-Петербург госпиталдәрендә оҙайлы реабилитация үтә. Бер йыл элек өйөнә әйләнеп ҡайта.

Ғаилә башлығы, ике сабыйы үҫеп килгән атай булараҡ, йәш егет ауырлыҡтарға ҡаршы ныҡлы тора, йәнә тулы ҡанлы тормошҡа ҡайта. Республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәтле яугир.

— Бөгөн мин йәнә сафтамын, хатта йүгереп йөрөйөм, – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Илгиз Асҡаров. – Өйгә ҡайтҡас, «Ватан һаҡсылары» фондына мөрәжәғәт итергә кәңәш иттеләр. Беҙҙең Сибайҙа  ярҙамсыл координаторҙар эшләй, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Егеткә бер айҙа сифатлы протез эшләп бирәләр. Бөтә процедуралар Өфөлә үткәрелә.

– Айырыуса ортопед-протезист Артур Хөснөтдиновҡа рәхмәтлемен — сифатлы протез эшләне. Хәҙер йүгереп йөрөп өй төҙөйбөҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Йәнә руль артына ла ултырҙым. Элек машинам автоматик күсергестәр коробкаһы менән ине. Ә хәҙер «механика»ға күстем — ябай һәм ышаныслы, — ти Илгиз.

Башҡортостанда яугирҙарға, ветерандарға булдырылған ярҙам бик мөһим һәм кәрәкле, был — реабилитация, йорт эштәрендә ярҙам, хатта наградалар ҙа, тип иҫәпләй ветеран.

Илгиз үҙе Шайморатов һәм МХО-ла ҡатнашыусы миҙалдары менән бүләкләнгән. Был наградалар уға үҙ ауылдаштарына, айырыуса атаһы менән ғорурланған балаларына намыҫ менән ҡарарға, лайыҡлы тормош алып барыуға ҙур ышаныс өҫтәй.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: