Хәйбулла районы мәғарифы тарихында яҡты эҙен ҡалдырған олуғ шәхес, данлыҡлы Вәхитовтар педагогия династияһы вәкиле Хөрмәт Исмәғил улы Вәхитовтың тыуыуына 100 йыллығын билдәләү айҡанлы 1-се Аҡъяр урта мәктәбендә уҡыусылар араһында ғәмәли конференция ойошторолдо.
Финал турында Мәмбәт, Подольск, Бүребай, Оло Әбеш, 1-се Аҡъяр, 2-се Аҡъяр, Өфө ауылы мәктәптәренән 20 уҡыусы ҡатнашып, төрлө ҡыҙыҡлы темалар буйынса сығыш яһаны. Уларҙың эшен абруйлы жюри баһалағандан һуң, иң яҡшылары 1 ноябрҙә бүләкләнәсәк.
Белешмә:
Хөрмәт Исмәғил улы Вәхитов (1924–1999) – 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, «Почет билдәһе» ордендары кавалеры.
1924 йылдың 1 ноябрендә Юлбарыҫ ауылында тыуған. Совет-япон һуғышында ҡатнаша, «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградлана.
1950 йылдан Айыулы мәктәбендә, 1954 йылдан Бүребай мәктәбендә уҡыта. 1954 йылда Орск педагогия институтын, 1966 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. 1955–1956 йылдарҙа Хәйбулла район мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләй. 1956–1967 йылдарҙа Хәйбулла район мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
1967–1980 йылдарҙа – 1-се Аҡъяр урта мәктәбе директоры, 1980–1983 йылдарҙа – 1-се Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыһы.