Яңылыҡтар
29 Октябрь 2024, 04:23

Йорт төҙөйөм тип... һәләк булған

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр, күрәһең...

Йорт төҙөйөм тип... һәләк булғанЙорт төҙөйөм тип... һәләк булған
Йорт төҙөйөм тип... һәләк булған

Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр, күрәһең. Әбйәлил районы Байым ауылында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.

60 йәшлек ир үҙенең участкаһында йорт төҙөгән һәм нигеҙ һалған. Миксерын таҙартҡанда уның кейеме һәм ҡулы бетон болғау механизмына эләгеп, артабан  ирҙең яурынынан һөйрәгән. Үкенескә күрә, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бетон болғау механизмын ир үҙе эшләп алған.

Ниндәй генә эш башҡарһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, уны теүәл үтәгеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас