Баймаҡ районы призывниктары алҡыштар аҫтында хәрби хеҙмәткә юлланды. «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, егеттәр юлға сығыр алдынан башҡорт бейеүен бейеп, яҡташтарының һоҡланыуын уятҡан.
«Әгәр һеҙ әле шундай шатлыҡлы призывниктарҙы күрмәһәгеҙ, был егеттәргә ҡарағыҙ. Күгиҙел ауылынан дүрт дуҫ дәррәү алҡыштар аҫтында хәрби хеҙмәткә юлланды», — тип яҙа «Башҡорт батальоны».