Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 16:53

2024 йылда сабыйҙарға ҡушылған иң популяр һәм һирәк осраған исемдәр аталды

Улар араһында Патрисия, Хәсәнбай, Илйән, Әминә кеүек исемдәр бар

2024 йылда сабыйҙарға ҡушылған иң популяр һәм һирәк осраған исемдәр аталды2024 йылда сабыйҙарға ҡушылған иң популяр һәм һирәк осраған исемдәр аталды
2024 йылда сабыйҙарға ҡушылған иң популяр һәм һирәк осраған исемдәр аталды

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 27 октябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр — Элалия, Линда, Аэлита Алтынай, Патрисия һәм Аиля. Малайҙар араһында иһә Илйән, Хәсәнбай, Сафуан, Мөхәммәт Али һәм Санъяр.

Ҡыҙҙарға — Әминә (379), София (335), Эмилия (319), Ева (315), Арина (308), ә малайҙарға Әмир (480), Тимур (311), Артем (305), Марк (304), Эмир (286) тигән исемдәрҙе йыш ҡушалар.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас