Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 21:50

Яугирҙарға күстәнәскә - хуш еҫле һәм шифалы сәй

   

Яугирҙарға күстәнәскә - хуш еҫле һәм шифалы сәй
Яугирҙарға күстәнәскә - хуш еҫле һәм шифалы сәй

Ошо арала Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында «Добромир» патриотик проекты сиктәрендә  «Бәләкәй  сынаяҡ сәйҙә изгелек донъяһы» акцияһы үтте. Был акцияла ата-әсәләр, балалар баҡсаһы педагогтары әүҙем ҡатнашты. Акцияның төп маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың рухын күтәреү маҡсатында уларға бүләктәр, һүрәттәр һәм изге теләктәр яҙылған хаттар менән посылкалар әҙерләү һәм ебәреү.

«Акция сиктәрендә сәй, кофе һәм үлән пакетиктары эшләнде. Һаҡсыларыбыҙға тыуған еребеҙ һәм уның хәстәрлекле кешеләре тураһында иҫкә төшөрөп сәй эскәндә, был уларҙың күңелен йылытыр ине.
Был акцияла әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә, уҡытыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Вайымһыҙлыҡ, әүҙем тормош позицияһы, хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт!» - тип яҙалар балалар баҡсаһының социаль селтәрендәге сәхифәһендә. 

Яугирҙарға күстәнәскә - хуш еҫле һәм шифалы сәй
Яугирҙарға күстәнәскә - хуш еҫле һәм шифалы сәй
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: