Ҡаҙаҡбаевтарҙың мөхәббәт, хеҙмәт һәм ғаилә бәхете тарихы ярты быуат элек, 1972 йылда Өфө ауылында үткәрелгән Төҙөүселәр көнөнән башланған. Бөтә күңелдәрен, көстәрен биреп Рәжәп Ғилметдин улы ауыл хужалығында, Вәлимә Мостафа ҡыҙы һатыу өлкәһендә хеҙмәт иткәндәр. Ихаталары гөл-сәскәләргә күмелгән, ә баҡсаларында емеш ағас-ҡыуаҡлыҡтарының ниндәйе генә юҡ. Күңелдәре киң, ишектәре һәр саҡ асыҡ уларҙың. Ҡаҙаҡбаевтар балаларына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Хәҙер инде 8 ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай, ҡартәсәй һәм өләсәй. Булғанына шөкөр итеп, бер-береһенә ҡарата мөхәббәт хистәрен һүндермәй, бына шулай ғүмерҙәренең алтын көҙөнә аяҡ баҫҡан улар. Тормоштарынан ҡәнәғәт булып донъя көтәләр.