Бөгөн Йылайыр районының Йылайыр ауылында янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр 54 квадрат метр майҙанда янғынды һүндергән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Йортта 9 кешенән торған ғаилә йәшәй, уларҙың бишеһе - 17, 13, 7, 2 һәм 1 йәшлек балалар.
Фараз буйынса янғын электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Янғын сәбәптәрен тәфтишсеһе тикшерә.
Ут сыҡҡан мәлдә йортта әсәһе һәм уның ике бәләкәй балаһы була, улар янғынды иҫкәртеүсе приборҙың тауышын ишетә һәм янғын булыуын ваҡытында күрә - һөҙөмтәлә бер кем дә зыян күрмәй.
Һүндереүгә 6 кеше һәм 2 берәмек техника йәлеп ителә.
Балалар ата-әсәләре менән туғандарында урынлаштырылған.