Яңылыҡтар
25 Октября 2024, 11:26

Балалар ауыҙ-тел ижады менән танышты

Аҡъярҙың беренсе мәктәбендә 7-се класс уҡыусылары өсөн "Халыҡ сәсәндәр мәктәбе" етәксеһе, халыҡ ижады буйынса район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Балалар ауыҙ-тел ижады менән таныштыБалалар ауыҙ-тел ижады менән танышты
Балалар ауыҙ-тел ижады менән танышты

"Оҫталыҡ дәресендә балалар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады төрҙәре, "Ҡуныр буға" эпосының дөрөҫ башҡарылышы менән танышты.

Шулай уҡ балаларға үҙенсәлекле шәхес, «Урал батыр» эпосының күренекле башҡарыусыһы, башҡорт сәсәниәһе, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм хикәйәттәрен белгән яҡташыбыҙ Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова хаҡында мәғлүмәт бирелде".

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас