Яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 06:16

Бүләк ителгән лоторея билетына миллион отҡан

Башҡортостанда бер ҡатын лоторея билеты һатып ала. Үҙенең миллион һум отҡанын белгәс, ул билетты икенсе кешегә бүләк итә...

Бүләк ителгән лоторея билетына миллион отҡанБүләк ителгән лоторея билетына миллион отҡан
Бүләк ителгән лоторея билетына миллион отҡан

Ниндәй йомарт ҡатын, тиерһегеҙ. Эйе, барыһы ла шулай уйлай. Салауат ҡалаһынан Гәрәев фамилиялы эшҡыуарға билетты уның әсәһе бүләк итә. 

- Мин элек тә лотореяға ваҡ суммалар ота инем. Тик әсәйем биргән билет буйынса был тиклем килем керер тип уйламағайным, - ти ул.

Мини-ҡунаҡханалар тотҡан йүнселгә был сумма эшмәкәрлегендә яҡшы өҫтәмә буласаҡ. Ул сәйәхәт итергә һәм спорт менән дә шөғөлләнергә ярата.

Яратҡан улың өсөн бер нимә лә, хатта миллион да йәл түгел, эйе бит, әсәйҙәр?

Автор:
Читайте нас