Яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 06:23

Алтынға тиң ғүмер юлы

Ишемғоловтарҙың иңгә-иң терәп донъя көтөүҙәренә 50 йыл

Алтынға тиң ғүмер юлыАлтынға тиң ғүмер юлы
Алтынға тиң ғүмер юлы

Нәзиф Харис улы Өфө автотранспорт техникумын техник-механик һөнәре буйынса тамамлап, «БашТрансГаз» предприятиеһында, һуңынан «Газсервис» ойошмаһында лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға. Бәләкәй сағынан ҡурайға булған һөйөүе әле лә һүнмәй, ул бөгөн дә районыбыҙҙың ҡурайсылар ансамбленең сағыу бер йондоҙо. Бер генә байрамды унһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Хәтирә Әбделмән ҡыҙы хеҙмәт юлын хисапсы, бухгалтер һөнәре буйынса район ҡулланыусылар йәмғиәтенән башлап, һуңынан «АгроТрансСервис» ойошмаһында эшләй. Ишемғоловтар иңгә-иң терәп донъя көтөп, ике бала үҫтереп, уларға яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, хәҙер инде дүрт ейән һәм бер ейәнсәргә шатланып, тормоштоң йәмен, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас