Яңылыҡтар
23 Октябрь 2024, 06:58

Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды

   

Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылдыӨфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды

Өфө ауылы мәктәбендә мөһим ваҡиға булды – белем усағында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Руслан Мәзит улы Исламғолов хөрмәтенә «Герой партаһын» асыу тантанаһы үтте.

«Герой партаһы» артында иң яҡшы уҡыусылар ултыра, унда геройҙың фотоһы, уның биографияһы һәм батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған.

«Герой партаһы»н асыу тантанаһында Өфө ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов, ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Рәсимә Науменко, яугир Руслан Исламғоловтың әсәһе, ҡатыны һәм балалары ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙан геройға ҡарата йылы һәм күңелгә үтеп инерлек күп һүҙҙәр яңғыраны.
Парта асыу хоҡуғы яугирҙың улдары Ғәлим һәм Рушанға, шулай уҡ Өфө ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримовҡа бирелә. 

Беҙ илебеҙ геройҙары тураһында хәтерҙе һаҡларға бурысыбыҙ. Руслан Мәзит улы ысын герой, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, беҙҙе һәм Ватаныбыҙҙы яҡлаған.
Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

 

фото һәм мәғлүмәт:Медиацентр "Уфимка news"

 

Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Өфө ауылы мәктәбендә яугир иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас