Бөгөн Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары сираттағы, йыл эсендә өсөнсө тапҡыр, Хәйбулла районы халҡы менән осрашыу үткәрҙе.
Сарала БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, БР Йәмәғәт палатаһы Аппаратының коммерцияға ҡарамаған ойошма ресурс үҙәге эксперты Артур Ғилманов, БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Фидан Хәкимов, Хәйбулла районы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Илүзә Кәримова ҡатнашты.
Район халҡы борсоған һорауҙар бирә, уларҙы хәл итеү мөмкинлектәре буйынса кәрәкле консультациялар ала, мөрәжәғәтен республиканың Йәмәғәт палатаһына яҙма рәүештә тапшыра алды. Хәйбуллалар «Аҡъяр-Өфө» автобус маршрутын тергеҙеүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны, белем биреү учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү һәм етәкселәрҙең эш хаҡын арттырыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте.
Мәғлүм булыуынса, «Аҡъяр-Өфө» маршруты буйынса тик коммерция таксиҙары ғына йөрөй. Граждан район хакимиәте аша республиканың Транспорт министрлығына мөрәжәғәт итеп, унан былтыр яуап алынған: был маршрут буйынса ошо ведомство иғлан иткән аукционда пассажирҙар ташыусы предприятиелар заявкалар бирмәгән. Элина Венер ҡыҙы мөрәжәғәт профилле ведомствоға йүнәлтеләсәк, тип яуап бирҙе.
"Беҙ һеҙҙең менән үткән осрашыуҙарҙа юлдар тураһында күп һөйләштек. Һеҙҙең район халҡынан килгән мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө хәл ителеүенә бик шатмын. Мәҫәлән, йәйҙән юл япмаһының бер өлөшө яҡшырған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бындай алға китеш күҙәтелә, халыҡ үҙе лә быны раҫлай. Һәм беҙ быны һеҙгә юлға сыҡҡанда күрҙек", - тип билдәләне Элина Ғатауллина.
Бынан алдағы осрашыуҙарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир төбәктең Йәмәғәт палатаһына протездар алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм ул уны ала алды. Шулай уҡ урындағы ветерандар советы республика йәмәғәтселәренән «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһында ҡатнашыу өсөн уларҙың районына квоталар кәмемәһен өсөн ярҙам итеүҙәрен һорағайны. Йәмәғәт палатаһы профилле ведомстволар менән берлектә был хәлде яйға һалыуға өлгәште.
Республика йәмәғәтселәре Хәйбулла коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының грант конкурстарында ҡатнашыу буйынса әүҙемлеген билдәләне, февралдә үтәсәк киләһе Президент гранттары конкурсына һәм Тимченко фонды конкурстарына ғариза бирергә саҡырҙы. Һуңғыһы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ғына түгел, бюджет ойошмаларына ла ярҙам итә.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы урындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың гранттарға ғаризаларының сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк һәм быйыл декабрь уртаһында Хәйбулла йәмәғәтселәре өсөн ошо уҡ тема буйынса киңәйтелгән семинар үткәрәсәк.
Сәфәр сиктәрендә Артур Ғилманов ресурс үҙәге эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм райондың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн социаль проектлау буйынса ике сәғәтлек семинар үткәрҙе.