Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь , 08:50

Уҡыусыларҙы интернетта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәләр

“Һанлы ликбез” мәғрифәт проекты сиктәрендә һанлы белем һәм киберхәүеҙһеҙлек буйынса “Селтәрҙә ябай электрон ҡултамға” темаһына дәрес уҙғарыла.

Уҡыусыларҙы интернетта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәләр
Уҡыусыларҙы интернетта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәләр

“Һанлы ликбез” мәғрифәт проекты сиктәрендә һанлы белем һәм киберхәүеҙһеҙлек буйынса “Селтәрҙә ябай электрон ҡултамға” темаһына дәрес уҙғарыла.

Ойоштороусылары – Рәсәй Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар, Рәсәй Мәғариф министрлыҡтары менән берлектә “Һанлы иҡтисад” Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге төп Рәсәй компаниялары. Был проект буйынса 2024 йылдың 21 октябренән 24 ноябренә тиклем “Интернет” селтәрендә  цифровойликбез.рф адресы буйынса белем биреүсе видеороликтар, хәүефһеҙлек тураһында методик материалдар ҡуйыласаҡ. Дәрес материалдары ФДБНУ-ның “Балалыҡты, ғаиләне һәм тәрбиәне өйрәнеү институты” тарафынан тикшерелгән.

”Һанлы ликбез” проектына ярашлы дәрестәр илдең бөтә төбәктәрендә лә үткәреләсәк. Видеороликтың төп геройы – Миша, ул уҡыусыларға ябай электрон ҡултамға технологияһы ярҙамында мәғлүмәтте һаҡлау тураһында һөйләй. Сюжеты ошондай: Миша исемле малай блокировкаға ҡуйылмаған телефонын театр студияһында онотоп ҡалдыра, ә дуҫтары уны шаяртырға булып, интернет аша уның иҫәбенән пицца алдырырға уйлай. Уҡытыусы уларҙы туҡтата ла нимә ул ябай электрон ҡултамға, уны ҡулланмағанда йәки яуыз уйлы әҙәмдәр уны ҡулына төшөргәндә, ниндәй эҙемтәләр көтөргә мөмкин икәнлеген аңлата һәм, кеше әйберенә тейергә ярамай, дуҫтарҙы хөрмәт итергә кәрәк, тип киҫәтә. Бында уҡыусылар интернетта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ғына белеп ҡалмай, ә һанлы грамоталылыҡтарын да күтәрә.

Проект 12 йәштән (+12 категорияһына) өлкән уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән, ата-әсәләр йәки уҡытыусылар менән бергә ҡарарға тәҡдим ителә. Контент үҙ эсенә уҡытыусылар өсөн методик материалдарҙы ла ала, улар ОБЖ, информатика дәрестәрендә йәки ата-әсәләр йыйылыштарында видеороликтарҙы уҡыу процесына һөҙөмтәле интеграциялауға ярҙам итә.

Белешмә: “Һанлы ликбез” - “Һанлы иҡтисад” Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Рәсәй Һанлы үҫеш һәм Рәсәй Мәғариф министрлыҡтары ойошторған һанлы грамоталылыҡ өлкәһендәге бөтә Рәсәй мәғрифәтселек проекты, ул “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектының “Һанлы иҡтисад” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә.

Проектта белем биреүсе мультипликация роликтары һәм методик материалдар серияһы урын ала, улар аңлайышлы миҫалдарҙа балаларҙы һәм өлкәндәрҙе һанлы грамоталылыҡ һәм кибер-хәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәтә. Алдынғы һанлы компаниялар-лидерҙарҙан -  Һаҡлыҡ Банкыһының “Киләсәккә туплама” хәйриә фонды,  VK, Авито, “Касперский лабораторияһы” - видеороликтар проект сайтында - https://digital-likbez.datalesson.ru/

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: