Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь , 16:40

Фермала фажиғәле хәл теркәлгән

Ҡыҙғанысҡа күрә, бер кеше һәләк булған, ә тағы ике кеше...

Фермала фажиғәле хәл теркәлгән
Фермала фажиғәле хәл теркәлгән

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Саҡмағош районының «Герой» кооперативы хеҙмәткәрҙәре менән булған бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе тамамланы. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә Тайнаш ауылындағы ауыл хужалығы предприятиеһының һыйыр аҙбарында теркәлгән. Ул көндө дүрт кешенән торған эшселәр бригадаһына бинаны йыйыштырыуҙы дауам итергә һәм төҙөлөш сүп-сарҙарын тейәүсе машина ярҙамында сығарырға ҡушыла.

Территорияны таҙартҡандан һуң яңы һыу үткәргес һалыу һәм быҙауҙар өсөн яңы һыу биреү ҡоролмалары ҡуйыу планлаштырыла. Төшкө аштан һуң, иҫке быҙау аҙбарының яртыһы таҙартылғандан һуң, ике эшсе ҡоҙоҡтарҙы тикшереп, иҫке һыу үткәргесте ҡайҙа ябыу яҡшыраҡ икәнен асыҡлай. Ҡоҙоҡтарҙың береһендә һыу булған. Насос һәм күнәктәр алып, ир-егеттәр һыуҙы һурҙыра башлай. Уның күпме ҡалғанын ҡарау өсөн баҫҡыс алып киләләр.

Эшсе, кимәлде брус ярҙамында тикшергәндән һуң, баҫҡыс буйлап менгәндә ҡапыл ҡоҙоҡҡа ҡолаған. Өҫтә торған эшсе ярҙам артынан йүгерә, һуңынан ҡоҙоҡҡа төшә, иптәшен жилетынан тотоп күтәрергә маташа, әммә шул уҡ мәлдә үҙе ҡолай. Ике ирҙең аңын юғалтҡанын һәм ашығыс ярҙам кәрәклеген күреп, ҡоҙоҡҡа тағы бер эшсе төшә, әммә ул да күтәрелә алмай. Аҙаҡ дөйөм көс менән зыян күреүселәрҙе сығаралар, әммә килгән ашығыс ярҙам бригадаһы ҡоҙоҡҡа беренсе булып ҡолаған 47 йәшлек эшсенең үлемен раҫлай.

«Суд-медицина экспертизаһы бюроһы һығымтаһына ярашлы, хеҙмәткәр көкөртлө водородтың токсик тәьҫиренән вафат булған. 29 йәшлек эшсе һәм 21 йәшлек иретеп-йәбештереүсе ағыуланып, дауаханаға оҙатыла. Зыян күреүселәрҙе күтәреүҙә ҡатнашҡан 34 йәшлек иргә лә медицина ярҙамы кәрәк булды, — тип хәбәр иттеләр төбәк дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан. — Зыян күргән өс хеҙмәткәрҙең дә һыйыр аҙбарында эш башҡарырға тейеш түгеллеге асыҡланды. Хеҙмәт килешеүҙәре шарттарына ярашлы, ир-егеттәр һуйыу цехына эшкә ҡабул ителә, икенсе эш урынына күсереү рәсмиләштерелмәй. Өсөһө лә хеҙмәт килешеүҙәре менән бәйле булмаған эштәрҙе башҡара. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеген контролдә тотмай, маҡсатлы инструктаж үткәрелмәй. Шулай итеп, бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре булып хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәре буйынса ҡулланмау; эштәрҙе ҡәнәғәтләнерлек ойошторолмау; хеҙмәтте һаҡлау буйынса хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙәге етешһеҙлектәр тора».

Әлеге ваҡытта тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырылған. 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: