Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 21:38

Өйләнгән ир "яңы мөхәббәтен" эҙләгәндә енәйәтселәргә эләккән

Һәм 6 миллион һумдан ашыу аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Өйләнгән ир "яңы мөхәббәтен" эҙләгәндә енәйәтселәргә эләккән
Өйләнгән ир "яңы мөхәббәтен" эҙләгәндә енәйәтселәргә эләккән

Өфө ҡалаһының 3-сө полиция бүлегенә 37 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул танышыу сайтында теркәлгәндән һуң, анкетаһына бер ҡыҙ яуап бирә. Аралашҡан ваҡытта “мөхәббәте”нең биржала инвестициялау менән шөғөлләнгәнен белеп ҡала. Ҡыҙ иргә ошо рәүешле аҡса эшләргә тәҡдим иткәс, ул оҙаҡ уйлап тормай ризалаша. Тиҙҙән яңы танышы биржа буйынса “белгес” менән таныштыра. Мутлашыусы иргә бер нисә ҡушымтаны үҙенә алып, махсус иҫәпкә аҡса күсерергә ҡуша.

Иртәгәһенә иргә тағы ла шылтыраталар, һәм “тәжрибәлерәк белгес” менән һөйләшергә тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә ул иргә аҡса эшләү буйынса бер нисә “ҡыҙыу” тәҡдим тураһында һөйләй. Ир, еңел аҡса эшләргә теләп, өс миллион һумға яҡын кредит рәсмиләштерә һәм аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсерә. “Белгес” оҙаҡламай терминалдағы аҡса иҫәпкә күскән тип ышандыра. Килемде сығарыу өсөн, иргә махсус ҡушымтаға инеп, банк картаһының номерын яҙырға кәрәк була. Тик һуңғараҡ “менеджер” шылтыратып, карта номерын яҙғнада хата китеүен һәм шуға ла аҡсаны системанан сығарып булмаясағын хәбәр итә. Проблема тураһында аралашҡас, Өфөлә йәшәүсе ҡатынын ышаныслы вәкил итеп тәғәйенләргә ҡарар итә.

Тормош иптәше иренә системанан аҡсаһын сығарышырға риза була. Процедура ваҡытында паспорт һәм банк ҡушымтаһы кәрәк була, тип хәбәр итә ялған менеджер. Ҡатын ҡушымтаны асҡас, ни өсөн кредит иҫәбен асырға кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһына. Тик аферист был процедураның кредит рәсмиләштереү түгел, ә ни бары аҡсаны сығарыу өсөн иҫәп асыу процесы булыуы тураһында һөйләй.

Һөҙөмтәлә ул ике миллион һумдан ашыу кредит ала һәм мутлашыусыларға күсерә. Сираттағы аҡсаны күсергәндә, банк ҡатындың әүҙемлегенә шикләнеп, уның иҫәбенә блок ҡуя. Артабан аҡсаны иҫәпкә күсереүҙә ярҙам һорап, ирле-ҡатынлы туғандарына мөрәжәғәт итә. Ҡатын ризалаша һәм ул да мутлашыусыларға ике миллионға яҡын аҡса күсерә. Һөҙөмтәлә ғаилә алты миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә: тиҙ табыш алыу тураһында хәйләләргә юл ҡуймағыҙ. Тик мутлашыусылар ғына күп аҡса вәғәҙәләй. Һаҡ булығыҙ һәм шикле схемаларға ышанмағыҙ!

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: