Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 20:54

Хәбәрһеҙ юғалған лейтенанттар - Әнүәр Усманов менән Сәйфи Кәримовты тапҡандар

Уларҙың туғандарын эҙләйҙәр

Хәбәрһеҙ юғалған  лейтенанттар - Әнүәр Усманов менән Сәйфи Кәримовты тапҡандар
Хәбәрһеҙ юғалған лейтенанттар - Әнүәр Усманов менән Сәйфи Кәримовты тапҡандар

Мәскәү авиация институтында студенттарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың яҙмышын асыҡлау буйынса документаль эҙләү эштәре дауам итә.

Яугирҙәребеҙ хәрби мемориалдарҙа, ҡәберлектәрҙә билдәһеҙ һалдат булараҡ ерләнгән йәки хәрби хәрәкәттәр барышында хәбәрһеҙ юғалған. 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан һәм хәрби хәрәкәттәр барышында фашист әсирлегенә эләккән Ҡыҙыл Армия һалдаттары һәм офицерҙары яҙмышын өйрәнеү барышында проектта ҡатнашыусылар “Хәтер” (“Память”) тикшеренеү үҙәге менән берлектә Австрияның Маутхаузен концлагерының 20-се үлем блогында тотолған совет хәрби әсирҙәренең яҙмышын асыҡлау буйынса ҙур тикшеренеү эштәре үткәргән.

Эҙләү эштәре барышында гвардия лейтенанты Кәримов Сәйфи Шәйхи улы (Каримов Саифи Шойхеевич), 6-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһының строй часы буйынса 3-сө батальон командиры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән, 94-се бомбардировка авиацияһы полкы летчигы, лейтенант Усманов Әнүәр Фәйсулла улы (Усманов Анвар Файсулович) исемдәре асыҡланды.

    *Гвардия лейтенанты Кәримов Сәйфи Шәйхи улы 1910 йылда тыуған һәм Өфө ҡалаһында Глухая урамы, 3-сө йорт (документында шулай) адресы буйынса йәшәгән. 1943 йылдың 5 сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, С.Ш. Кәримовтың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт системаларында хәбәр юҡ. Гвардия лейтенанты С.Ш. Кәримовтың немец әсирлегенән ҡасып китеүе асыҡлана, тотола һәм гестапоға тапшырыла. Һуңынан уны Маутхаузен концлагерының 20-се блогына күсерәләр, унда башлыса башҡа концлагерҙарҙан ҡасҡан совет офицерҙары тотола. 1944 йылдың 7 июлендә С.Ш. Кәримов Маутхаузен концлагерының 20-се блогында һәләк була

   *Лейтенант Усманов Әнүәр Фәйсулла улы, 1923 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән. 1943 йылдың 21 сентябрендә немец әсирлегенә эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, А.Ф. Усмановтың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт системаларында хәбәр юҡ. Лейтенант А.Ф. Усманов немец әсирлегендә ҡасып китеүе асыҡлана, тотола һәм гестапоға тапшырыла. Һуңынан уны Маутхаузен концлагерының 20-се блогына күсерәләр, унда башлыса башҡа концлагерҙарҙан ҡасҡан совет офицерҙары тотола. Лейтенант Усманов А.Ф. 1945 йылдың февраль башында Австрияның Маутхаузен концлагерының 20-се үлем блогында ихтилалда ҡатнаша һәм һәләк була.

20 “К” блогы буйынса хәрби иптәштәре 1945 йылдың 2 февралендә Австрияның Маутхаузен концлагеры үлем блогында ихтилал ойоштора. Был ихтилал һөҙөмтәһендә 500-ҙән тик туғыҙ хәрби әсир генә Советтар Союзы биләмәһенә барып етә һәм Австрияның Маутхаузен концлагерындағы 20-се үлем блогында нимә булғанын һөйләй.

– Мәскәү авиация институтының эҙләү проектында ҡатнашыусылар ҙур эш башҡара һәм уникаль мәғлүмәт таба, бөгөн ул интернет киңлегендә бик аҙ. Был мәғлүмәт геройҙар, уларҙың яҡташтары һәм Башҡортостан Республикаһы халҡы өсөн бик ҡиммәтле. Был тарих Ҡыҙыл Армия офицерҙарының фашист әсирлегенә эләгеүе, хәрби хәл арҡаһында, хәрби антын үҙгәртмәүе һәм Ватанға хыянат итмәүе тураһында.

Был мәғлүмәтте киң мәғлүмәт саралары һәм телевидение аша һәләк булған геройҙарҙың туғандарына һәм Башҡортостан Республикаһының йәш быуынына еткерергә кәрәк. Беҙ Башҡортостан халҡына ошо батырлыҡ тураһында (офлайн йәки онлайн) һөйләргә әҙербеҙ. Бөгөн был мәғлүмәт шулай уҡ Австрияның “Хәтер” тикшеренеү үҙәге сайтында урынлаштырылған. Һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, – тип белдерҙе запастағы полковник, Мәскәү авиация институтының эҙләү проекты етәксеһетарих фәндәре кандидаты А. Б. Грибовский.

Әлеге ваҡытта Мәскәү авиация институты эҙәрмәндәре Кәримов Сәйфи Шәйхи улының һәм Усманов Әнүәр Фәйсулла улының туғандарын эҙләй. Улар тураһында мәғлүмәттәрҙе ошо телефон - 8-905-506-16-68 йәки [email protected] электрон адресы аша хәбәр итергә мөмкин. 

Рәмилә МУСИНА фотоһы.       

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: