Яңылыҡтар
21 Октябрь 2024, 06:19

Башҡортостан халҡын 6 көнлөк эш аҙнаһы көтә

    

Башҡортостан халҡын 6 көнлөк эш аҙнаһы көтәБашҡортостан халҡын 6 көнлөк эш аҙнаһы көтә
Башҡортостан халҡын 6 көнлөк эш аҙнаһы көтә

Башҡортостан Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, киләһе эш аҙнаһы алты көнлөк: шәмбе, 2 ноябрҙә, эшләйбеҙ. Артабан республика халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ике ял көнө көтә. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен маҡсатлы файҙаланһын өсөн 2 ноябрҙәге ял көнө шишәмбегә, 30 апрелгә, күсерелгән (тимәк, 2025 йылдың 28 апреленән 1 майына тиклем — ял көндәре).

«4 ноябрь байрам көнө булып иҫәпләнә, шуға йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла. 2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнә (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы) йәки хеҙмәткәргә ял (отгул) бирелә», — тип билдәләнеләр республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

 Фото:Ксения Калинина

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас