Яңылыҡтар
18 Октябрь 2024, 08:31

Рәсәйҙең Олимпия комитетын кем етәкләре билдәле булды

    

Рәсәйҙең Олимпия комитетын кем етәкләре билдәле булдыРәсәйҙең Олимпия комитетын кем етәкләре билдәле булды
Рәсәйҙең Олимпия комитетын кем етәкләре билдәле булды

«Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙған Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында Теннис федерацияһы башлығы Шамил Тарпищев Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяревты Рәсәй Олимпия комитеты башлығы вазифаһына тәҡдим итте.

Ултырышты алып барған Президент Владимир Путин быға ҡаршы түгеллеген белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы, спорт министры уның башлығы итеп һайланһа ла, Олимпия комитеты автономияһын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалырға тейеш, тип билдәләне.

"Әгәр, ысынлап та, беҙҙә спорт министры Милли Олимпия комитетын да етәкләһә, ул саҡта уның, министрҙың һәм Милли Олимпия комитеты президентының, төбәктәр менән аралашыу, төбәктәрҙәге эште көйләү һәм федерациялар менән тығыҙыраҡ эшләү мөмкинлектәре һәм вәкәләттәре күберәк буласаҡ", - тип билдәләне Владимир Путин.

Михаил Дегтярев кандидатураһын Советтың башҡа ағзалары ла хупланы.

Фото:  kremlin.ru

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/sport/2024-10-18/glavoy-olimpiyskogo-komiteta-mozhet-stat-ministr-sporta-rossii-3972190

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас