Аҡъяр–Яңы Черкасск трассаһында Яңы Ергән ауылы янындағы Таналыҡ аша күперҙе капиталь ремонтҡа ябылыуға бәйле, Маҡан-Мәмбәт-Сәғит автомобиль юлына транспорт көсөргәнеше ныҡ артты.
Мәғлүм булыуынса, районда күп кенә транспорт артериялары, шул иҫәптән был юл да совхоз көсө менән, башлыса яҡын-тирәләге тупраҡты өйөп кенә төҙөлгән һәм улар хәҙерге замандағы ҡеүәтле йөк машиналары өсөн тәғәйенләнмәгән. Һөҙөмтәлә юлда бихисап соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килде, быға йәйге ҡойма ямғырҙар ҙа сәбәпсе булды. Ошоға бәйле Маҡан-Мәмбәт-Сәғит автомобиль юлын ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ошо арала подрядсы ойошма – «Газгеология-Уфа» йәмғиәте юлсылары ҡырсынташ түшәүгә тотондо.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ