Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының киң төркөмөнә артериаль гипертония, йөрәктең ишемия ауырыуы (стенокардия, киҫкен миокард инфаркты), төрлө аритмиялар, йөрәктең үткәргес системаһы блокадаһы, йөрәктең шешеү ауырыуҙары (киҫкен миокардит, перикардит), йөрәк етешмәүсәнлеге, тәндең төрлө өлөштәрендәге ҡан тамырҙары атеросклерозы инә. Уларҙың үҫеше кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн етди хәүеф менән оҙатыла, шуға күрә кардиологияның төп бурыстарының береһе – йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы патологияһы булған пациенттарҙы иртә асыҡлау, дауалау һәм күҙәтеү.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының таралыуына хәҙерге йәшәү рәүеше булышлыҡ итә. Төп сәбәпсе факторҙарға дөрөҫ туҡланмау, алкоголь, тәмәке тартыу, стресс, физик көсөргәнешһеҙлек инә. Һөҙөмтәлә, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә генә 23 миллиондан ашыу кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфалана, ә 57% осраҡта тап улар үлем сәбәбе булып тора.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 41-се һанынла уҡығыҙ.