Яңы Ергән ауылында "Айыҡ ауыл-2024" муниципаль конкурсы сиктәрендә "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ"патриотик акцияһы үте.
Ауыл мәҙәниәт йортонда «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылып, яугирҙарға шифалы сәйҙәр әҙерләне.
"Сәй составына ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге, алма, ҡарағат, муйыл һәм сейә япраҡтары, шулай уҡ календула сәскәләре, бөтнөк, мәтрүшкә, кейәү үләне, әлморон емештәре һәм һинд сәйен ҡуштыҡ. Был эсемлек йылдың һалҡын ваҡытында ил һаҡсыларын йылытыуҙан тыш, уларҙың иммунитетын да нығытасаҡ. Ә уның тәме һәм еҫе тыуған яҡтарын хәтерләтәсәк", - ти яңы ергәндәр.