Әбүбәкер ауылы егете, зенит штурм батареяһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «ЗАК» позывнойлы яугир яраланғандан һуң реабилитация үткәндә тыуған районына ҡайтып, беҙҙең менән әңгәмәләшергә форсат тапты.
— Уҙған йылдың майында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Башта Һамар өлкәһендә ике айҙан ашыу хәрби әҙерлек үттек.Артабан беҙҙе Донецк менән Луганск республикалары сигендәге фронт һыҙығына ебәрҙеләр. Төрлө ваҡыттар була, ҡайһы саҡта 2-3 аҙналап алғы һыҙатта булабыҙ, — тине яҡташыбыҙ.
Яугир гуманитар ылауҙар әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла – битараф булмаған райондаштарына, ирекмәндәргә, етәкселәргә, ойошмаларға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Әбүбәкер ауылының сая егете махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн Жуков, Шайморатов, 2-се һәм 4-се дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән наградланған.
«ЗАК» кеүек батыр йөрәкле ир-уҙамандар — үҫеп килгән быуын өсөн өлгө, беҙҙең заман геройҙары. Райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Әбүбәкер егетенә һәм барлыҡ яугирҙарға тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.