Яңылыҡтар
16 Октябрь 2024, 09:24

Буласаҡ "Карповтар" тәрбиәләнә

-

Буласаҡ "Карповтар" тәрбиәләнәБуласаҡ "Карповтар" тәрбиәләнә
Буласаҡ "Карповтар" тәрбиәләнә

Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең «Аҡ ладья» шахмат клубы шахмат һөйөүселәр өсөн үҙ ишектәрен асты. 10 йыл эшләү дәүерендә клубта йөҙләгән малай һәм ҡыҙ шахмат уйнарға өйрәнгән. Шахмат клубы етәксеһе – юғары категориялы уҡытыусы Реналь Мәмбәтов үҙе лә бала саҡтан шахмат уйнап үҫә. Хәҙер уҡытыу эшендә заманса технологияларҙы ҡулланып, тәжрибәле педагог бихисап йәш чемпиондарҙы тәрбиәләгән. Тәрбиәләнеүселәре мәктәпте тамамлағандан һуң да сатраш таҡтаһынан айырылмай һәм профессиональ кимәлдә уйнауын дауам итә.
–Балалар шахмат спортын үҫтереү өсөн дәрестәр генә аҙ, уларҙың райондан ситтә ярыштарға сығыу мөмкинлеген табырға кәрәк. Бынан тыш, Хәйбуллала балалар араһында Урал арьяғы шахмат турнирын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Был районда шахмат спортын популярлаштырыуға ҙур өлөш индерер ине. Балалар беҙҙең клуб стеналарына бикләнергә тейеш түгел, уларҙың спорт офоҡтарын киңәйтеү бик мөһим, тик шул саҡта ғына һәр спортсының, шул иҫәптән, шахматсының формалашыуы мөмкин. Әлбиттә, шахмат менән шөғөлләнгән бөтә балалар ҙа бөйөк Алехин йәки Карпов булып китә алмай. Әммә уйындың уларға тормошта ярҙам итеүе шик тыуҙырмай. Иң мөһиме, сатрашбалаларҙы уйларға һәм төплө ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Йәш шахматсылар проблемалар алдында сигенмәҫкә, ә уларға шах һәм мат ҡуйырға өйрәнәсәк. Уйын барышында баланың мейеһенең ике ярымшары ла йәлеп ителә, һөҙөмтәлә абстракт һәм логик фекерләү бер йүнәлештә эшләй, был интеллектуаль һәләттәрҙе арттыра. Иң һуңынан шуны әйтә алам, әлеге ваҡытта беҙҙә, тренерҙарҙа һәм уҡыусыларыбыҙҙа пландар – яңы үрҙәрҙе яулау һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн эшләү. Районда балалар шахмат спортының яҡшы перспективалары бар, –тине Реналь Әхмәтйән улы.
Ысынлап та, шахмат уйыны логик фекерләү, хәтерҙе нығытыу, үҙеңде һынау ҡоралы булып тора. Көслө характер, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеү, үҙ-үҙеңә ышаныу, түҙемлек, ихтыяр, дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеүҙе тәрбиәләүҙә шахматтың роле баһалап бөткөһөҙ, был сифаттар балаларға артабанғы тормошта бик кәрәк буласаҡ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас