Яңылыҡтар
16 Октябрь 2024, 10:37

БӘХЕТТЕҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ?

Ҡолбаевтар 60 тапҡыр бергә йәмле йәйҙе, һалҡын ҡышты ҡаршы алһа, 60 тапҡыр яҙ йылыһын тойоп, йәнә емеш биргән алтын көҙгә бергәләп һоҡлана...

БӘХЕТТЕҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ?БӘХЕТТЕҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ?
БӘХЕТТЕҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ?

Дамир Ғәзизйән улы менән Рәйсә Идиәт ҡыҙы  Ҡолбаевтарҙың ғаилә тарихы 1964 йылдың октябрь айынан башлана. 13 йәшенән үк эш башлаған Дамир Ҡолбаевтың хеҙмәт стажы 50 йылдан ашыу тәшкил итә. Фрунзе исемендәге колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләп, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ял йорттарына юлламалар, грамоталар менән тәбрикләнә, бер нисә тапҡыр «Ураҡ батыры» исеменә лайыҡ булып мотоцикл менән дә бүләкләнгән ул. Рәйсә Идиәт ҡыҙы 292-се ПМК берекмәһендә штукатур-маляр булып хеҙмәт юлын башлай, һуңынан шул уҡ ойошманың балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡолбаевтар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп тәрбиәләй, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә ғаиләне ситләп үтмәй, уларҙың бер балаһы вафат була.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас