Яңылыҡтар
14 Октябрь 2024, 17:41

Хәйбулла күгендә кометаны күрҙегеҙме?

Был күк есемен астрономдар тик 2023 йылда ғына асҡан.

Хәйбулла күгендә кометаны күрҙегеҙме?Хәйбулла күгендә кометаны күрҙегеҙме?
Хәйбулла күгендә кометаны күрҙегеҙме?

Хәҙер кометаның яҡтылығы иң юғары нөктәгә еткән, ул һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң сағыу кометаларҙың береһе булып тора. Октябрь аҙағына ҡарай комета Ерҙән һәм Ҡояштан алыҫлашҡан һайын әкренләп үҙенең яҡтылығын юғалта башлай, уны телескоптар ярҙамында ғына күрергә мөмкин буласаҡ.

Кометаның фәнни атамаһы - C/2023 A3 Цзыцзиньшань — ATLAS, ул уны асҡан ике обсерватория хөрмәтенә аталған: Ҡытайҙың «Цзыцзиньшань» обсерваторияһы (Tsuchinshan, шулай уҡ Пурпур тау булараҡ билдәле) һәм Көньяҡ Африкалағы ATLAS телескоптар системаһы. Ул үҙенең миллионлаған саҡрымға һуҙылған саң һәм иондарҙан торған иҫ киткес ҡойроҡтары менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Комета октябрь айының икенсе яртыһында ҡояш байығандан һуң киске күктә яҡшы күренә.

Күктә кометаны нисек табырға?

* Минималь яҡтылыҡ булған - урам яҡтыртҡыстарынан алыҫ урынды һайлағыҙ. Күк ни тиклем ҡараңғыраҡ булһа, күк есемдәре шул тиклем яҡшыраҡ күренә.
* Уны күҙәтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт — ҡояш байығандан һуң, күк ҡараңғылана башлағас та уҡ.  

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас