Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге икенсе батальон яугирҙәре дошмандың «Баба-Яга» тибындағы өс дронын бәреп төшөргән. Был хаҡта батальондың телеграм-каналы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, хәрбиҙәр, туҡтауһыҙ артиллериянан атыуға һәм FPV-һөжүмгә ҡарамаҫтан, пилотһыҙ аппараттарҙы бәреп төшөрә алған.
«Беҙ был хәшәрәткә Белгород өлкәһе күгендә осоп йөрөргә һәм тыныс халыҡҡа ҡамасауларға, шулай уҡ яуҙаштарыбыҙҙың тыныслығын боҙорға мөмкинлек бирмәҫбеҙ!» — тине Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусылар.