Яңылыҡтар
12 Октябрь 2024, 06:48

Белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға мөмкин

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алырға мөмкин.

Белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға мөмкинБелешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға мөмкин
Белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға мөмкин

1 ноябрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмәне Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алырға мөмкин. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Элек бындай белешмәләрҙең берҙәм өлгөһө булманы, хәрби часть командирҙары йәки хәрби комиссариаттар ғына бирергә хоҡуҡлы ине, был иһә яугирҙәргә һәм уларҙың туғандарына ҡатмарлыҡтары тыуҙырҙы. Әлеге башланғыс белешмәләрҙең берҙәм өлгөһөн билдәләүгә йүнәлтелгән.

«Улар ярҙамында яугирҙәр төбәк властары билдәләгән төрлө социаль ярҙам сараларын ала», — тип белдерҙеләр ил хөкүмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-10/v-rossii-spravku-ob-uchastii-v-svo-mozhno-budet-poluchit-cherez-gosuslugi-3963279

Автор:Иван Вавилов
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас