Яңылыҡтар
10 Октябрь 2024, 08:58

Сәскә ат, Башҡортостаным!

“Уңыш” стадионында Республика көнө киң билдәләнде

Сәскә ат, Башҡортостаным!Сәскә ат, Башҡортостаным!
Сәскә ат, Башҡортостаным!

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, республика көнөнә арналған байрам сараһында стадион гөрләп торҙо. Байрамдың төп ҡунаҡтары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ине.

Байрамдың рәсми өлөшөндә Рөстәм Шәрипов район халҡын республика көнө менән тәбрикләп үтте.

-Бөгөн республикабыҙ үҙ традицияларын һаҡлаған, мәҙәни һәм рухи мираҫҡа һаҡсыл мөнәсәбәттә булған, ҡеүәтле үҫешкән иҡтисад һәм социаль өлкә төбәге. Беҙҙең Хәйбулла районы ла республикабыҙ менән берҙәм ритмда үҫешә. Һәр кемебеҙ райондың сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә, - тине Рөстәм динислам улы.

 Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльбрус Ниғмәтуллин да район халҡын Республика көнө менән ҡотлап үтте.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн бер төркөм төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Тағы ла БР Һаулыҡ министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай һәм РФ Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас