Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һәм рухиәтте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем һәм күп йыллыҡ эше өсөн тапшырыла.
Бүләкләү тантанаһы Өфө районында үткән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе ауылдар слеты сиктәрендә үтте. Унда, шулай уҡ ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышында
беҙҙең райондан Таһир Мөғлөтдин улынан тыш, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова Һәм Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева ҡатнашты.
Сара һабантуй майҙанында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре парадынан башланды. Унда Башҡортостандың утыҙ районынан 51-се ауыл вәкилдәре ҡатнашты, улар төрлө йылдарҙа проект еңеүселәре булды.
Төп сәхнәлә урындағы үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө продукция күргәҙмә-һатыу ойошторолдо. Слет сиктәрендә шулай уҡ спорт саралары, уҡ атыу буйынса «Юрмаш уҡсыһы» турниры, «Йүгереүсе башҡорт» йүгереү клубы ҡатнашлығында еңел атлетика кросы старттары һәм башҡалар уҙғарылды.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов