Рәсәй президенты указы менән Максим Суров Волга буйы транспорт прокуроры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Көнбайыш Себер транспорт прокурорының беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләгән.
Максим Суров 1976 йылда Свердловск өлкәһенең Ивдель ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт юлын Екатеринбургтың район прокуратураһында башлай. 2008 йылда Мәскәү төбәк-ара транспорт прокуроры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Артабан Урал һәм Көньяҡ транспорт прокуроры урынбаҫары була.