"...Урман-тауҙарҙа тыуһам да,
далаларҙа-булмышым.
Рәхмәт-Бөрйән кеше итте,
Хәйбуллала –яҙмышым...
Бүләктәрҙең төрлөһөн алғаным бар. Ә бына миңә арнап яҙылған шиғырҙы беренсе тапҡыр бүләккә алыуым. Арҙаҡлы яташыбыҙ, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай яҙған уны. Бөгөн Яңы Ергән ауылында «Таңатар» тип аталған яңы китабының презентацияһы уҙҙы. Алтмышынсы йылдарҙа юҡҡа сығып, бөгөн бер нисә йорттан ғына торған ауылдың тарихы сағыла унда. Яҡташыбыҙ әле лә ижадының мул емештәр биргән мәлен кисерә. «Хәйбуллаға мәҙхиә” исеме аҫтында яңы йыйынтыҡ туплау ҙа ниәтендә. Һәр саҡ тыуған ерем, яҡташтарым тип янып йәшәгән Ҡәҙим Әбделғәлим улына бөтә хәйбуллалар исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Алда ла тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәр менән тулы юлдар, осрашыуҙар, кисерештәр һәм шатлыҡтар көтһөн Һеҙҙе!" - тип яҙған Хәйбулла районынан Рөстәм Шәрипов.