«Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә Яңы Ергән ауылы халҡы мәктәп ашханаһында беҙҙең яугирҙар өсөн борщ һәм рассольник әҙерләү буйынса эшт ойошторҙо. Бөтә продукция Яңы Ергән мәктәбе участкаһында үҫтерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлектән эшләнгән. Ауыл халҡы, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре бергәләп был эште атҡарып сыҡтылар. Ауыл халҡына изге эштәре өсөн ҙур рәхмәт!