Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь , 10:50

Октябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була тиҙәр...

Синоптиктар ҡарасай айында һауа торошоноң ниндәй буласағын һөйләне

Октябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була тиҙәр...
Октябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була тиҙәр...

Башҡортостанда октябрь рекорд менән башланды. Айҙың беренсе көнөндә Өфө-Дим аэрологик станцияһында термометр +23,2°градус күрһәтте. Был иһә ошо көн өсөн рекордлы күрһәткес, сөнки республикабыҙҙа иң йылы көн 1974 йылдың 1 октябре тип иҫәпләнә ине. Ул ваҡытта +21,5° булған.

2024 йылдың 30 сентябрендә температура ҡырҡ йыл элек теркәлгән рекордтан юғарыраҡ булды (+23,3°). 1984 йылда был көндө һауа температураһы +21,9° тиклем күтәрелгән.

Синоптиктар фаразы буйынса, быйылғы октябрь ҡоро һәм йылы була. Бер аҙ яуым-төшөм, ә уртаса айлыҡ температураның уҙған йылдарҙағы күрһәткестәрҙән бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма +4,3° ).

Айлыҡ яуым-төшөмдөң дә норманан аҙыраҡ булыуы күҙаллана (норма 40-60 миллиметр). 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: