25 йәшлек Хәйбулла егете мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән. Билдәһеҙ кеше йәнәһе шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау кәрәклеге тураһында хәбәр итеп, кредит алырға күндергән һәм аҙаҡ банк иҫәбенән 2,6 миллион һум аҡсаһын урлаған.
Степнойҙа йәшәүсегә билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, йәнәһе биржала акциялар менән сауҙа итеү ярҙамында “еңел” аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында һөйләгәндәр. Ир уларға ышанып, дөйөм алғанда мутлашыусыларға 3,5 миллион һум аҡса күсергән.
Тағы бер ир үҙен ФСБ хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған билдәһеҙ кешеләргә ышанып, үҙенең исеменә 849 мең һумға кредитты рәсмиләштергән һәм уларға күсергән. Факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре, кәрәҙле телефон операторы йә иһә хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре тип алдап шылтыратыусыларға бер ваҡытта ла шәхси мәғлүмәттәрегеҙ менән уртаҡлашырға ярамай. Ят номерҙан шылтыратыусылар булһа, абай булығыҙ!
фото:Башинформ.