Күркәмлеге менән тирә-йүнгә нур сәсеп, ҡотло донъяларында йәшәгән ғаиләләргә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайбыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ. Беҙҙең Өфө ауылында ла шундай ғаиләләр бар. Уларҙың өйҙәре үҙҙәренә саҡырып торалар, әллә ҡайҙан «Бында уңғандар йәшәй» тип әйтеп торған кеүек. Йорт алды сәскәләргә күмелгән, бөхтә итеп йыйыштырылған. Бар өй тирәһендә тәртип. Өй эсе лә ялтлап тора.
Ауылға йәм биреп ултырған был йорттоң хужалары – Ғәлинур һәм Фәниә Байназаровтар. Бына шулай итеп гөрләтеп йәшәүселәр ауылыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрә лә инде. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә утыҙ дүрт йыл.
Ғәлинур һәм Фәниә Байназаровтар 1990 йылда өйләнешәләр. Сиҙәм күтәреү заманында төҙөлгән щитлы өйҙөң бер квартираһында тормош көтөп алып китәләр. Совхоз хакимиәте рөхсәте менән эргәлә буш торған ергә, күршеләре Кинйәбаевтар менән берлектә, үҙ ҡулдары менән кирбестән өй төҙөп сығалар, ғаиләләренә ныҡлы нигеҙ һалалар.
— Ғаилә — ул йылы, яҡты, таҙа, тәмле аш еҫтәре сығып торған, балаларҙың шат ауаздары ишетелгән, ир менән ҡатын бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп торған йорт, — ти Фәниә Ғилмитдин ҡыҙы. —Ирем талапсан, киң күңелле, сабыр кеше. Эштән бәхете бар, ҡулдары оҫта.
Ғәлинур Тимерғәле улы «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында эшләп, 2019 йылда, Фәниә Ғилмитдин ҡыҙы икмәк бешереү цехынан 2010 йылда хаҡлы ялға сығалар. Улдары Вәлинур әлеге мәлдә Өфөлә БДАУ- ҙа эшләп йөрөй, техник фәндәр кандидаты. Быйыл Вәлинур ғаилә ҡорҙо, килендәре шунда уҡ эшләй, ул да фәндәр кандидаты.
Хаҡлы ялдабыҙ тип, тик ятмайҙар Байназаровтар. Пенсияға сыҡҡас та, Ғәлинур Тимерғәле улы йорт алдында үҙ эшен – «Шиномонтаж» гаражын асып ебәрә. Көн – төн, ял тимәй, һорап килгән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер, тиҙ генә оҫта итеп машиналарын йүнәтеп ебәрә алтын ҡуллы өй хужаһы. Хужабикәгә өй эсендә лә, йорт алдында ла эш етәрлек. Баҡса үҫтерә, мал –тыуар, ҡош-ҡорт ҡарай.
Ғаилә менән бергәләп үҙебеҙҙең Башҡортостандың матур ерҙәренә сәйәхәт ҡылырға яраталар Байназаровтар. Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Ағиҙел буйында, Һыҙғы ауылында, Ҡәҙершала Әүлиә эҙе булған ташта, Ғәҙелшә шарлауығында һәм башҡа тыуған еребеҙҙең ғозур ерҙәрендә булалар. Тыуып үҫкән еребеҙгә ғашиҡ, уға тоғролоҡ һаҡлай Байназаровтар ғаиләһе.
Бер яҡтан ҡарағанда, ауыл ерендә йәшәүсе ябай ғына ғаилә, ә икенсе яҡтан – улар тормошта үҙ урынын тапҡан һоҡланғыс пар. Артабан да шулай ғаиләләрендәге бәхеттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын уларға.