Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Хәйбулла яугирҙары һынатмай. Һәммәһе лә хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Яҡташыбыҙ “Захар” позывнойлы яугир ҙа былтыр ноябрҙән махсус хәрби операция зонаһында. "Миналарҙы таҙартҡан өсөн" миҙалы менән наградланған.
-Аҡъярҙа һөнәрселек училищеһын тамамланым. Алыҫ Көнсығышта армияла хеҙмәт иткәндән һуң, вахта ысулы менән эшләнем. Былтыр көҙҙән контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашам. Махсус хәрби операция башланғас, күп дуҫтарым контракт төҙөнө. Шуға күрә мин дә Ватан саҡырғанда ситтә ҡалмаҫҡа, СВО-ға барырға ҡарар иттем. Инженер-сапер взводында водитель-электрик булып хеҙмәт итәм. Башта сапер булдым. 21 декабрҙә миҙал менән наградландым. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Араларында урыҫтар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа, бүрәттәр ҙә бар. Төрлө төбәктән йыйылған һәм төрлө милләт яугирҙарын бер маҡсат берләштерә. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡта йөрөп, Батырлыҡ орденына лайыҡ булған ҡаһарман егеттәр һоҡландыра. Ысынлап та илһөйәрлек тойғоһо булған егеттәр бар. Әлеге мәлдә октябргә тиклем реабилитацияламын.
Хәйбулла районынан ебәрелгән гуманитар ярҙамды алып торабыҙ. Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған район етәкселегенә, халыҡҡа, ирекмәндәргә рәхмәтлебеҙ. Айырыуса ирекмән Юлиә Рәис ҡыҙы Ғәлиеваға рәхмәт белдерәм. Беҙгә даими ярҙам күрһәтәләр, нимә һораһаҡ та үҙ ваҡытында ебәреп торалар, беҙҙең заявкаларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар, - тине “Захар” позывнойлы яугир.
“Захар” - күп бала атаһы. Ҡатыны менән өс ул үҫтерәләр. Яҡындары ғаилә башлығы ҡарарын ихтирам менән ҡабул итә һәм уны өйҙә түҙемһеҙлек менән көтә. Үҙ сиратыбыҙҙа “Захар”ға һәм башҡа яугирҙарҙың тыуған яҡҡа имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.