Юлбарыҫ ауылынан Зәйтүнә һәм Әмир Вәхитовтарҙың ғаилә ҡороуына декабрь айында 54 йыл тула. Өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, әле улар барыһы ла үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Вәхитовтар совхозда намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Үҙ көстәре менән ҙур йорт һалып сыҡҡандар. Өлкән йәштә булһалар ҙа мул итеп баҡса үҫтереп, күпләп ҡош-ҡорт тотоп гөрләтеп донъя көтәләр.
-Баҡса үҫтерәбеҙ, күпләп ҡош-ҡорт тотабыҙ. Һуңғы йылдарҙа өлкәнәйгәс малды бөтөрҙөк. Ваҡытында ҡурабыҙ тулы мал булды. Емеш ағастарыбыҙ күп. Йыл да баҡсала еләгебеҙ уңа, быйыл һигеҙ ҙур күнәк йыйып алдыҡ. Ҡалала йәшәгән балаларыбыҙға ебәрәбеҙ. Магазиндан һатып алмайбыҙ, үҙебеҙ әҙерләгән ризыҡ ҡыш буйына етә. Ауылда “Ағинәйҙәр” ойошмаһында ла йөрөйөм. Ҡыш көндәре бәйләйем. Сәскәләр үҫтерергә яратам, - ти Зәйтүнә Яхыя ҡыҙы.