Кеше организымының үҫеше, сәләмәтлеге һәм торошо туҡланыуҙан тора. Юҡҡа ғына һуңғы йылдарҙа “дөрөҫ туҡланыу”, “сәләмәт ризыҡ” терминдары ҙур популярлыҡ яуламай. Ә инде сабыйҙарҙың үҫеше туранан тура ошо факторға бәйле икәнен һәр кем белә. Киләсәк быуындың сәләмәтлеген, үҫешен аңлаған, улар тураһында хәстәрлек күргән һәр етәксе ошо йүнәлештә эште алып барырға тейеш тә инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда республикала “Һөт кухняһы” булдырылыуы шундай хәстәрлектең береһе лә инде. Бөгөн төбәктең аҙ тәьмин ителгән ғаиләләренән 23 меңдән ашыу бала сифатлы аҙыҡ-түлек ала. Республика етәксеһе шулай уҡ мәсьәләне һәр ваҡыт контролдә тота, улай ғына ла түгел, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына “Һөт кухняһы” проектын үҫтерергә, ассортиментты, етештереүҙе арттырырға, сифатын юғалтмаҫҡа, тигән аныҡ маҡсат та ҡуйҙы.
Бушлай туҡланыуға “Һөт кухняһы” таратыу пункты йәки “Минең документтарым” Күп функцияла үҙәк аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Быйылдан “Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша документтарҙы электрон формала тапшырырға ла була. Был ысул уңайлы һәм тиҙ ҙә – шәхси мәғлүмәттәрҙең күбеһе автоматик рәүештә, шәхси бүлектән алып тултырыла. Ғаризаның статусын да һәр этапта күҙәтергә мөмкин. Әйткәндәй, һөт ризыҡтары балаларға ғына түгел, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға ла таратыла. Әлеге мәлдә республикала 382 йөклө ҡатын, 452 имеҙгән әсә бындай ярҙам ала.
2023 йылда бушлай таратыу өсөн бер миллион порция һөт ризыҡтары етештерелгән. Шуларҙың 400 меңе – һөт, 500 меңе – йогурт, 100 мең порцияһы эремсек. Бөгөнгө көнгә аҙыҡ-түлек ассортиментында 23 тауар бар. Улар – һөт, балалар печеньеһы, кефир, ҡаймаҡ, төрлө йогурттар һәм эремсектәр. Был ассортимент мохтаждарҙың категорияһына һәм йәшенә ҡарап бирелә. Мәҫәлән, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға витаминлаштырылған ҡушымталар бирелә, кескәй сабыйҙар өсөн – киптерелгән һөт, тиҙ бешә торған бутҡалар, ҙурыраҡтарына эремсек, йогурт, һөт ҡаралған.
Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында, Үрге Ҡыйғы ҡасабаһында заманса технологияла ҡоролмалар менән йыһазландырылған майҙандар эшләй. Республикала барлығы 132 таратыу пунктында, шул иҫәптән һигеҙ дәүләт дарыуханаһында продукциялар таратыла.
Аҡъяр таратыу пункты 2020 йылда асылған “Һөт кухняһы”ның Сибай бүлексәһенә ҡарай. Аҙнаның ике көнөндә унда Хәйбулла районының сабый балаларына һәм йөклө ҡатындарына һөт ризыҡтары таратыла. Һуңғы ике йылда унда Светлана Салауат ҡыҙы Әбделмәнова эшләй.
– Район хакимиәте Аҡъяр ауылының үҙәгенән таратыу пункты өсөн айырым бүлмә бирҙе. Сибай бүлексәһе унда ремонт эшләп, һыуытҡыстар, планшет, сканер кеүек кәрәкле йыһаздар алып бирҙе. Аҙнаһына ике көн эшләйем, шаршамбы һәм йома көндәре һөт ризыҡтары таратыла. Барлығы 260 кешене хеҙмәтләндерәм, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙың ғаиләләренә документтар тапшырыу тураһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Республика Башлығы ҡарары менән улар ҙа “Һөт кухняһы” менән ҡулланыу хоҡуғына эйә булды – беҙ быға бик шат, сөнки илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа йөрөгәндәрҙең ғаиләләре һәр яҡлап ярҙам алырға тейеш. Шуға киләсәктә беҙҙең хеҙмәт менән ҡулланыусылар һаны артыр, тип ышанам, – ти Светлана Салауат ҡыҙы. – Беҙҙә оҙон-оҙаҡ сират торған ваҡыт булмай, һәр кем үҙ ваҡытына ҡарап килә. Әммә биш минут аралығында ла һөйләшеп, хәл белешеп алабыҙ, байрамдар мәле булһа һәр кем ҡотлап, изге теләктәрен еткерә, етәкселәргә рәхмәт әйтеүселәр ҙә йыш була. Балаларына өс йәш тулып, “Һөт кухняһы” хеҙмәте туҡтатылғандарға һәр ваҡыт: “Һеҙҙе тағы ла көтөп ҡалабыҙ”, – тип хушлашам. Ысынлап та, сабыйҙар тыуып торһон, улар һәр ваҡыт сәләмәт булһын һәм киләсәк быуынды хәстәрләгән етәкселәр эшләһен.
Хәйбулла районындағы “Һөт кухняһы” менән ҡулланыусылар араһында Степной ауылынан Ҡоҙашевтар ғаиләһе лә бар. Альбина менән Йәмилдең сәстәрен сәскә бәйләүгә 21 йыл булған. Ғаилә башлығы район үҙәгендә хужалыҡ бүлеге мөдире (завхоз), Альбина ауылда, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләй. Татыу ғаиләлә ете бала үҫә. Әлеге мәлдә йәш тә дүрт айлыҡ булған Регина исемле ҡыҙ бала өсөн һөт ризыҡтары ала Ҡоҙашевтар.
– Нимәһе ҡыҙыҡ: беҙ үҙебеҙ мал тотоп, үҙебеҙ һөт ризыҡтары етештереп йәшәйбеҙ. Әммә “Һөт кухняһы” ризыҡтарын һәр ваҡыт ҡулланабыҙ. Сөнки тәмле һәм файҙалы, балалар яратып ашай. Бер йәшкә тиклем тиҙ бешә торған бутҡа менән киптерелгән һөт ала инек, ҙурая барған һайын ассортимент арта. Ә инде ниндәйҙер бутҡаны йәки ҡатышманы ашамаһа, ауылдағы башҡа бәләкәй балаларға тәҡдим итәбеҙ – бер бала оҡшатмаһа, икенсе бала уны яратып ашай бит. Көн һайын район үҙәгенә йөрөп эшләгәс, уңайлы – тейешле ризыҡты барып алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы хәҙер балалар һаны ауылдарҙа аҙыраҡ, әгәр 15 ғаилә йыйылһа, килтереп биреү (логистика) хеҙмәте бар тип аңлатҡайнылар, – ти ғаилә башлығы Йәмил Ҡоҙашев. – Күп балалы ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителеүселәргә даими рәүештә күрһәтелгән ярҙамы өсөн Республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, район хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Беҙ уларҙың хәстәрлеген, ярҙамын тоябыҙ, күрәбеҙ. Шулай уҡ Светлана Әбделмәноваға ла рәхмәтемде белдергем килә: беҙҙе һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы ала, кемгә күпме нәмә кәрәклеген ятлап бөткән, беҙҙе лә танып тора. Ҡайһы саҡта үҙебеҙ онотоп киткәндә: “Шул-шул ваҡытта документтарығыҙҙың ваҡыты үтә, справкалар йыйып, тапшыра һалығыҙ,” – тип иҫкәртә. Компетентлы, ярҙамсыл хеҙмәткәр ул Светлана Салауат ҡыҙы. Ә документтар юллауға килгәндә, бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Ярты йылға бер Күп фунциялы үҙәккә барып, справкалар ғына тапшырыр кәрәк.
Һөт үҙе үк һәр организмға кәрәкле сәләмәт ризыҡ булып тора. Сабый балалар өсөн бигерәк тә. Аҙ тәьмин ителгән ғаилә тәрбиәләнгән кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү үҙе үк оло изгелек. Ошо һәм башҡа ярҙамдарҙы белегеҙ, юллағыҙ һәм ҡулланығыҙ.