Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь , 16:13

Аҡъюлдар - "Бәхетнамә" тапшырыуында

Аҡъюл ауылының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Өфө ҡалаһында "Бәхетнамә" тапшырыуы эфирында ҡатнашты.

Аҡъюлдар - "Бәхетнамә" тапшырыуында
Аҡъюлдар - "Бәхетнамә" тапшырыуында

Аҡъюл ауылының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Өфө ҡалаһында булып, "Бәхетнамә" тапшырыуының эфирында ҡатнашты. "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы ауылдаштар үҙҙәренең көнитмеше менән таныштырҙы. Ауылда күркәм бер йолаға әүерелгән балан йыйыу шөғөлө хаҡында бәйән итте. Баландан бәлеш бешереү серҙәре менән дә ихлас уртаҡлашты улар. Дәртләнеп, ҡанатланып, әммә хозур тәбиғәтле күркәм ауылдарын һағынып ҡайтҡандыр моғайын улар. Афариндар!

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас: