Балаға 6 йәштән ата-әсәнең береһенең иҫәбенә бәйле булған банк карталары сығарыла, ә 14 йәштән уларҙың айырым банк иҫәбен асып, үҙ картаһын алыу хоҡуғы бар. Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» порталына һылтанма менән ошо хаҡта һөйләнеләр.
Балаларға операциялар буйынса смс-хәбәрҙәр алыу мөмкинлеген бирергә, ташламалар, кешбэк йәки карта бонустары хаҡында һөйләргә, шулай уҡ аҡсаны бер юлы тотонмағыҙ тигән кәңәш бирергә, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре теләгәнсә ҡулланыуҙы тыймаҫҡа кәрәк. Шул рәүешле балалар аҡса тоторға өйрәнергә тейеш.
Бынан алдараҡ мессенджерҙарҙа яңы мутлашыу схемаһы хаҡында билдәле булды.