Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 2 октябрҙә илдең барлыҡ төбәктәрендә хәбәр итеү системаһын тикшерәләр. Бер минутҡа радио һәм телеканалдар эфиры алмаштырыла. Шул рәүешле «Бөтәһенә лә иғтибар!» сигналы яңғырай. Уның ярҙамында муниципаль һәм төбәк хәбәр итеү системаларының төҙөклөгө тикшерелә.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе халыҡҡа хәбәр итеү системаһын тикшереү тураһында алдан уҡ иҫкәрткәйнеләр.